Республикаға Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин килде

Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында федераль төҙөлөш министрлығы етәксеһен төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Республиканың баш ҡалаһында Ирек Фәйзуллин бер нисә төҙөлөш майҙансығында һәм объектында буласаҡ, шулай уҡ ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы үҙгәртеү буйынса IV халыҡ-ара форумдың пленар ултырышында ҡатнашасаҡ. Бынан тыш, министрҙың программаһында - Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән осрашыу, республика менән идара итеү үҙәгенә барыу һәм бер нисә төҙөлөш объектары менән танышыу ҡаралған.