Саҡырылған эксперттар ураҡ кампанияһының көнүҙәк һорауҙарын, шулай уҡ ауыл хужалығын һанлаштырыу һәм ерҙе һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләләрен тикшерҙе.
Семинарҙың практик өлөшө «Шаран Агро» йәмғиәте базаһында ойошторолдо. Быйыл төбәк хужалыҡтарына 28 мең гектарҙан ашыу майҙандан иген культуралары уңышын, шул иҫәптән яҙғы иген һәм ужым культураларын йыйып алырға кәрәк.
Район баҫыуҙарында төрлө маркалы 63 иген йыйыу комбайны һәм 73 йөк автомобиле йәлеп ителгән. Бер комбайнға уртаса йөкләмә 451 гектар тура килә. Уңышты өҙлөкһөҙ ҡабул итеү һәм эшкәртеү өсөн Шаран районында дөйөм ҡеүәте 30 меңдән ашыу тоннаға иҫәпләгән 51 иген келәте әҙерләнгән. Бөгөнгә районда 432 гектар борсаҡ сабылған. Был планға ҡарата 66 процент. Ужым бойҙайы һәм тритикале һуғыла башлаған.
Әле Башҡортостандың 36 районында ураҡ башлаған. Әлегә Ауырғазы һәм Стәрлетамаҡ райондары аграрийҙары алда бара. Был төбәктәрҙең хужалыҡтарында 20-шәр мең тонна иген йыйып алынған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика игенселәре быйыл 1,7 миллион гектарҙан ашыу иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын йыйып алырға тейеш.