Баймаҡ районы Аҡморон ауылы халҡы башланғысы менән урында мәсет һәм ғибәҙәтхана төҙөлә

Үткән быуаттың 60-сы йылдарында төҙөлгән «Баймаҡ» совхозының контораһы булып хеҙмәт иткән бина 2003 йылда мәсет итеп үҙгәртелә. Әле ул авария хәлендә. Халыҡ инициативаһы буйынса уҙған йыл яңы мәсеткә нигеҙ һалына башлай. Иман йортоноң төҙөлөш эштәренә комиссия булдырылып, саҙаҡа, ирекле иғәнә ярҙамы йыйыла.

Майҙаны 9-ға 20, ә бейеклеге 5 метр буласаҡ мәсеттә һәр кесе йома өмәләр үтә. Әлегә төҙөлөш материалдарына ҡытлыҡ юҡ. Ир‐егеттәр диуарын күтәрһә, ҡатын‐ҡыҙҙар аш‐һыу хәстәрләй.

Ауылдың бер яҡ осонда Иман йорто төҙөлһә, икенсе яғында ғибәҙәтханаға нигеҙ һалына. Аҡморон ауылында йәшәшәүселәрҙең 30 процентын рус милләте тәшкил итә. Үҙҙәренең дини йолаларын үтәү өсөн уларға Баймаҡ, йә иһә Сибай ҡалаларына йөрөргә тура килә. Әлеге көндә урында ғибәҙәтханаға ер бүлеме бирелеп, төҙөлөш материалдары ҡайтарылған.

Изге башланғыстар ауыл халҡын тағы ла берләштерҙе. Бик сауаплы эштәр менән шөғөлләнә Аҡморондар. Һәр кем атайсалына ҡулынан килгән тиклем ярҙам итергә тырыша.