Ҡалаларҙың үҫеше һәм һанлы трансформацияһы өлкәһендәге йыллыҡ ваҡиға ҡунаҡтарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләп сараның эшлекле өлөшөндә ҡатнашты. Рәсәй ҡалаларының уңышлы тәжрибәһен туплап, тармаҡ белгестәрен берләштергән форумда алдынғы технологиялар презентацияланды. «Аҡыллы ҡала» форумы Башҡортостанда 28 июлгә тиклем дауам итә.
Форумдың эшлекле программаһы биләмәләрҙе тотороҡло үҫтереү өлкәһендәге мөһим йүнәлештәргә һәм инновацияларға бағышланды. Ҡатнашыусылар үҙ проекттарын күрһәтеп, төрлө тармаҡ белгестәре менән тәжрибә уртаҡлашты.