Радий Хәбиров Рәсәй төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин менән осрашты

Унда  Башҡортостандың төҙөлөш комплексын үҫтереү,  "Уңайлы  ҡала мөхитен булдырыу" проекты, "Стимул" программаһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре  ҡаралды.  Статистика мәғлүмәттәре  буйынса  Башҡортостанда йылдың тәүге  яртыһында  1 миллион 570 мең квадрат метр торлаҡ  төҙөлгән. Был уҙған йылдан 5,6 процентҡа күберәк.