2014 йылдың 27 июлендә Украина хәрбиҙәре Горловка ҡалаһын артиллерия утына тота. Ул көндө 22 кеше шул иҫәптән 4 бала һәләк була. Өфөлә иҫкә алыу сараһы Ағиҙел ярында, Дуҫлыҡ монументы янында ойошторолдо. Сарала Башҡортостандың кеше хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Михаил Закомалдин, балалар омбудсмены Ольга Панчихина, патриотик клубтар, үҫмерҙәр өсөн үҙәктәр вәкилдәр ҡатнашты. Донбаста һәләк булған балалар бер минут тынлыҡ менән иҫкә алынды.