Телекомментатор Дмитрий Губерниев белдереүенсә, спорт өлкәһендә ҙур сараларҙың береһе был көндәрҙә Башҡортостанда үтә. -Сурдлимпия спортсылары тәүге халыҡ-ара йәйге уйындарға йыйылды, - тине ул. Өфөлә ярыштар дауам итә. Унда донъяның 30 иленән 700-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Сурдлимпия уйындарында һаңғырау атлеттар сығыш яһай.