Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы республикалағы хәүефле юлдарҙы атаны

Кире рейтингка Өфө – Бөрө – Яңауыл трассаһының Благовещен ҡалаһына тиклемге өлөшө, Дүртөйлө – Нефтекама юлының бер арауығы ингән. М5 трассаһының Иглин районы аша үткән өлөшө лә ҡара исемлектә.  Юл ҡазаларында һәләк булыусылар һаны буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында 7-се урында килә.