Ирек Фәйзуллин Өфөләге 51-се белем биреү үҙәген барып күрҙе

Башҡортостанға Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирек Фәйзуллин килде. Федераль министр Өфөлә Волга буйы федераль округындағы иң ҙур мәктәпте барып күрҙе. 1 мең 650 уҡыусыға иҫәпләнгән белем усағы баш ҡаланың Инорс биҫтәһендә урынлашҡан. 51-се белем биреү үҙәге быйыл март айында үҙ ишектәрен асты. Әле унда 1 мең 445 бала уҡый. Федераль министр мәктәптең заманса уҡытыу мөмкинлектәре менән танышты, спорт, яңы технологиялар менән шөғөлләнеү бүлмәләрен ҡараны.

Йәйге каникул булыуға ҡарамаҫтан, мәктәп ихатаһында эш тынмай. Уҡытыусылар белем усағын яңы уҡыу миҙгеленә лә әҙерләй. Башҡаса мөмкин түгел. Тотош Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәпте рәткә килтереү ваҡыт һәм көс талап итә.

Сәләмәт бала ғына белем үрҙәренә артыла. Уҡытыусылар бында балаларҙың һаулығына ҙур иғтибар бүлә. Мәктәпкә инеү менән тәү сиратта табип бүлмәһе урынлашыуы ла юҡҡа түгел. Дөрөҫ туҡланыу, спорт менән шөғөлләнеү ҙә дөйөм сәләмәтлек күрһәткесе. Спорт залдары ғына был мәктәптә дүртәү.

Шулай ҙа төп баҫым белем биреү сифатына. Һәр класс интерактив таҡта менән йыһазландырылған. Был панелдәр шундуҡ интернет киңлектәренә тоташыу һәм бер юлы бер-нисә уҡыусыны таҡтаға сығарыу мөмкинлеге лә бирә. Уҡытыу алымын һанлы форматҡа күсереү балаларға ла, педагогтарға ла берҙәй уңайлыҡтар тыуҙыра.

Быйыл беҙең яңы мәктәптә тәүге сығарылыш булды. Балалар ике йүнәлеш- гуманитар һәм технологиялар профиле буйынса уҡытылды. Киәләсәктә был йүнәлештәр артасаҡ ҡына. Инженер, социаль-иҡтисади кластар асыла. Быйыл шулай уҡ кадет кластары ойошторола. Йәғни беҙҙең уҡыусылар һәр яҡлап та камил булып сығалар.

Елена Исакова, В.М Паращенко исемендәге 51-се белем биреү үҙәге директоры урынбаҫары

Белем биреү үҙәге 1650 урынға иҫәпләнгән. Әммә бында уҡырға теләүселәр байтаҡҡа күберәк.

Әммә балаларҙың күплеге белем биреү сифатына бер нисек тә кире йоғонто яһамай, ти мәктәп етәкселеге. Сөнки белем биреү үҙәге Рәсәй машиналар эшләү союзының ассоциация мәктәбе һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының төжрибә майҙансығы булып тора.

Айнур Кәбиров