Абруйлы рейтинг һөҙөмтәләре Башҡортостанда үткән «Аҡыллы ҡала» Халыҡ-ара форумында иғлан ителде. Һанлы трансформацияға бағышланған сарала илдең алдынғы проекттар презентацияһы үтте. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Ирек Фәйзуллин, төрлө ведомство вәкилдәре ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Видеокамералар менән юлдар торошон күҙәткән машина , соҡорҙарҙы һәм башҡа етешһеҙлектәрҙе теркәп мәғлүмәтте теркәп ала . Иғтибар талап иткән урындарҙы белгестәр ноутбукта ҡарап шунда уҡ етешһеҙлекте бөтөрөү юлдарын билдәләй. Аҡыллы сиcтема 15 төр нөктәне билдәләп юл хеҙмәткәрҙәренең эшен еңеләйтә.
Башҡортостанда үткән «Аҡыллы ҡала» форумында транспорт һәм төҙөлөш тармаҡтарында, ҡалаларҙың инфраструктураһын һанлаштырыу йүнәлешендә иң ҡыҙыҡлы проекттар презентацияланды.
Күләмле форум власть һәм бизнесты берләштереп, ведомство-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә , ҡалаларҙа һанлы трансформация ойоштороп тормошто еңелләштереүгә йүнәлтелгән. Юлдар , яҡтыртыу ҡорамалдары, светофорҙар , туҡталҡалар «акыллы» принцип буйынса эшләгәндә ҡалаларҙа заманса, хәүефһеҙ һәм уңайлы буласаҡ .
«Аҡыллы ҡала «лар айкью индексы буйынса Өфө иң яҡшы ун ҡала исемлегенә инеп дүртенсе урын яуланы.
Күләмле форум власть менән бизнесты берләштереп, ведомство-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә, ҡалаларҙа һанлы трансформация ойоштороп тормошто еңелләштереүгә бағышланған. Юлдар , яҡтыртыу ҡорамалдары, светофорҙар , туҡталҡалар «акыллы» принцип буйынса эшләгәндә ҡалалар ҙа заманса, хәүефһеҙ һәм уңайлы буласаҡ .
Флорида Ким