«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкында тәүге артиллерия атыштары үтте

Подразделение өсөн Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек ойошторолған. Яугирҙар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Патрон һәм снарядтар, ҡала оборонаһын алып барыу өсөн бина макеттары, йорттар араһында йәшерен юлдар. Полигонда барыһы ла махсус хәрби операция шарттарына яҡынайтылған. Инструкторҙар араһында 2014 йылдан алып Донбасс азатлығы өсөн көрәшеүселәр ҙә бар. «Дошман» ҡушаматлы яугир әйтеүенсә, Башҡортостан һалдаттары хәрби әҙерлеккә етди ҡарай, улар ил именлеге өсөн яуаплы булыуҙарын яҡшы аңлай.

Мөғин Нагаев исемендәге дивизион яугирҙары артиллеристар сафына баҫты. Бөгөн уларҙың беренсе хәрби атыштары үтте. Бының менән бергә яҡташтарыбыҙҙың ҡайһы берәүҙәренә хәрби дәрәжәләр бирелде. Хәрби әҙерлек үтеү һәм тәжрибә туплау мөмкинлеге өсөн полк вәкилдәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа рәхмәтле.

Хәрби бурыстарҙы аныҡ үтәүҙә оҫталыҡ туплау — төп маҡсат. Уға ирешеү өсөн полигонда эш туҡтамай. Тактик әҙерлек иртәнсәктән алып кискә тиклем бара, күнекмәләр төндә лә үтә. Ҡыҫҡа ваҡытлы тәнәфестәр булһа ла, ял көндәре юҡ.

Дошман көстәрен һәм сараларын юҡ итеү буйынса хәрби әҙерлек полигонда ғына түгел, парта артында ла ойошторолған. Яугирҙар карта менән эш итергә өйрәнә, ориентирҙарҙы айырып, корректировкалар яһау серҙәренә төшөнә. «Башҡортостан» полкы һалдаттары бер нисә хәрби әҙерлек үҙәгендә тәжрибә туплай.

Уҡыу үҙәктәрендә белемде камиллаштырғандан һуң, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ. Унда ла яҡташтарыбыҙ һынатмаҫ.

Әлфинә Килдейәрова