Белорет районы Сермән ауылында яңы балалар уйын майҙансығы булдырылды

Атайсалға изге ғәмәлдәр йылын ҡеүәтләп, Белорет районы Сермән ауылында яңы балалар уйын майҙансығы булдырылды. Биләмәлә төҙөлөш эштәре урындағы халыҡ башланғысы менән ҡыҫҡа ваҡытта - ни бары ун көндә ойошторолған. Берәүҙәр материалдар менән, икенселәр ҡул көсө менән ярҙам иткән. Ҡайынлыҡ урамындағы майҙансыҡты асыу тантанаһында кескәйҙәр өсөн төрлө конкурс, ярыштар уҙғарылды. Балалар яңы күңел асыу урынын һаҡларға, тәртиптә һәм таҙалыҡта тоторға вәғәҙә бирҙе.