«Беренселәр хәрәкәте»нең төбәк бүлексәһе балалар һәм йәштәрҙең 26 йәмәғәт ойошмаһын берләштереп, ағзалар иҫәбен егерме меңгә еткергән. Мәғариф, фән, ирекмәнлек, илһөйәрлек, тарихи хәтер, спорт - ҡатнашыусыларға төрлө йүнәлештәр буйынса үҫеш юлдары билдәләнгән. Проект һәм грант эшмәкәрлеге менән шөғөлләнергә мөмкин. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев актив менән осрашып, район-ҡалаларҙа хәрәкәтте үҫтереү, штатты нығытыу бурысын ҡуйҙы.