Өфөлә билдәле педагог-методист, йәмәғәт эшмәкәре Флүрә Әхмәрованың исеме мәңгеләштерелде. Мемориаль таҡтаташ Рәсәй урамы, 163/4 адресы буйынса урынлашҡан йортҡа ҡуйылды.
Уны асыу тантанаһында парламент, төрлө министрлыҡ-ведомство, район хакимиәте вәкилдәре, тарихсылар ҡатнашты. Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы өсөн тыуған төйәк, Ватан төшөнсәләре үтә ҡәҙерле була, тап уның башланғысында 1992 йылдың ноябрендә Өфөлә тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте ойошторолған. Йәш быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә лә ул ҙур иғтибар бүлгән.