Һыу торбалары яңыртыла. Баймаҡ районы Бикеш ауылында һыу үткәргестәргә капиталь ремонт киҫкен мәсьәлә була. Шуның өсөн дә Йәштәр һәм Колхоз урамында киң күләмдә эш йәйелдерелгән. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
627 кеше йәшәгән Бикеш ауылына бынан 30 йыл элек һыу торбалары һалынған, әммә улар сафтан сыҡҡан. Башҡортостан Республикаһы тораҡ пункттарының һыу ҡыуҙырыу башняларын ағымдағы һәм капиталь ремонтлау программаһы буйынса, ауылдың ике урамында ниһәйәт ремонт эштәре башланған. Уны “БайГаз” яуаплылығы сикләнгән ойошма башҡара.
Капиталь ремонт өсөн торлаҡ-комуналь хужалығынан 7 млн һумға яҡын аҡса бүленә. Программаға сиктәрендә 2 км-ҙан ашыу һыу торбаларын, өс скважина насосын, һыу башняһын алыштырыу, уны кәртәләү, дүрт пожар гидранты ултыртыу эштәре ҡаралған.
Һыу - йәшәү сығанығы. Шуға ла был программа сиктәрендә башҡарылған ремонт эштәре Бикештәргә күп уңайлыҡтар тыуҙырырасаҡ.
Альбина Байегетова