Республика клиник онкология диспансерында тамаҡ яман шешен дауалау буйынса яңы ысул файҙаланыла башланы. Бынан һуң, белгестәр операция барышында заманса ҡоролма - микроскоп һәм лазер ҡуллана. Табиптар билдәләүенсә, әмәлиәттең был ысулы күпкә хәүефһеҙерәк һәм эҙемтәләре еңелерәк үтә. Сираттағы операцияны БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина күҙәтте.
Операция алдынан тәүге әҙерлек. Хирург микроскоп менән лазерҙы көйләгәнсе, пациентҡа анестезия ебәрелә. Ул йоҡлаясаҡ. Операция өҫтәлендә - 64 йәшлек ир. Тамаҡ ямаш шеше тәмәке тартыу арҡаһында барлыҡҡа килгән. Белгестәр әйтеүенсә, насар ғәҙәт муйында рак күҙәнәктәре барлыҡҡа килеүҙең төп сәбәптәренең береһе. Шуға ла йыш ҡына операция өҫтәленә 40 йәштән өлкәнерәк ирҙәр ята.
Операция ваҡытында хирург элеккесә бысаҡ түгел, ә микроскоп һәм лазер ҡуллана. Был осраҡта тамаҡ киҫелмәй, яман шеште алып ташлау ауыҙ аша башҡарыла. Яңы ысулдың өҫтөнлөктәре күп.
Һөйләшеү генә түгел, ашау ҙа мөмкин буласаҡ. Әммә, белгестәр әйтеүенсә, пациенттың тауышы элеккесә ҡалмай, үҙгәрә. Лазер файҙаланыу операцияны күпкә еңеләйтә, пациенттың ҡан юғалтыу хәүефе лә кисектерелә. Ә музыка оҙатыуында эш тағы ла еңелерәк бара.
Яңы ысул республика онкология диспансерында июндә ҡулланыла башлаған. Ошо ваҡытта 5 пациентҡа уңышлы операция яһалған. 68 йәшлек Константин Дракопов - уларҙың береһе. Дауаланыу өсөн Өфөгә махсус рәүештә икенсе өлкәнән килгән.
Әлегә Константин Константиновичтың тауышы көсһөҙ, әммә яҡын арала тергеҙелергә тейеш. Тамаҡ яман шешенән һуң, тауышты һаҡлап алыу - бәхетле һөҙөмтә. Яңы ысул ярҙамында был мөмкинлек тағы ла артты.
Рәзилә Ғиниәтуллина