Бөгөн Өфөлә махсус хәрби операция һәләк булған өлкән лейтенант, разведка отделениеһы командиры Руслан Поповты һуңғы юлға оҙаттылар. Хушлашыу сараһында Республика Башлығы Радий Хәбиров, вице-премьер Ирек Сәғитов, Республика хәрби комиссары Михаил Блажевич, Өфө хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, хәрбиҙең яҡындары, ҡала халҡы булды. - Ата-әсәләр генә юғалтыу ни тиклем ауыр булыуын аңлай. Руслан Попов беҙҙең хәтерҙә һаҡланасаҡ, исемен мәңгеләштереү буйынса бөтә саралар күреләсәк - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы һәләк булған хәрбиҙең ата-әсәһенә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы. Шулай уҡ Руслан Попов үлгәндән һуң ил президенты указы менән тағы бер Ҡаһарманлыҡ орденына күрһәтелде.