Салауат ҡала суды ике кешегә асылған енәйәт эше буйынса ҡарар сығарҙы. Материалда күрһәтелеүенсә, ике ир уҙған йылда интернет аша күпләп синтетик наркотик һатып ала. Тыйылған матдәне бәләкәй өлөштәргә бүлгеләп төрлө адрестарға тарата. Уларҙы полиция ҡулға ала. Хәҙер наркоенәйәтселәр 11 һәм 12 йыл ғүмерен колонияла уҙғарасаҡ.