Башҡортостанда Республика көнөнә әҙерлек һәм уны үткәреү тураһында Указ донъя күрҙе. Уға ярашлы, байрамға әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса ойоштороу комитетының составын раҫлау, саралар планын әҙерләү ҡушыла. Район һәм ҡала хакимиәттәренә учреждениелар, урамдар, майҙандар, йәмәғәт биналары һәм торлаҡ кварталдарҙы дәүләт символикалары менән биҙәргә, Республика көнөнә арналған тантаналы саралар үткәрергә, байрам уңайынан мәҙәни, спорт саралары һәм йәрминкәләр ойошторорға тәҡдим ителә. Республика буйынса Эске эштәр министрлығына йәмәғәт тәртибен һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итергә ҡушыла. Республика көнө 11 октябрҙә билдәләнә.