“Ҡашкаҙан”да мунса инергә була

Бөгөн һәм иртәгә Өфөлә Бөтә Рәсәй мунса фестивале уҙа. Байрамда тәгәрмәсле, ағас һәм модулле мунсалар күргәҙмәһе ойошторола. Теләгәндәр мунса инә ала. Белгестәр миндектәрҙең файҙаһы тураһында һөйләй, сабыныу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрә. Шулай уҡ спорт уйындары ойошторола.