Ҡунаҡсыл төбәк. Башҡортостанда «Аҡыллы ҡала - аҡыллы ил» форумына йомғаҡ яһалып, сарала ҡатнашыусыларға тарихи-мәҙәни ял программаһы ойошторолдо. Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан йыйылған йәштәр, ирекмәндәр һәм ҡунаҡтар «Торатау» геопаркында ял итеп милли ғөрөф-ғәҙәттәр менән танышты.
Һөҙөмтәле эштән һуң ял ваҡыты. «Аҡыллы ҡала» Халыҡ-ара форумы ҡунаҡтары сараның эшлекле өлөшө тамамланғандан һуң, республика буйлап сәйәхәткә сыҡты. «Торатау» геопаркында ял итергә килгән белгестәр төбәктең хоҙур тәбиғәте, ҡунаҡсыл халҡы, тарихы менән танышып хайран ҡалды.
Торатауға күтәрелгән ҡунаҡтар ыңғай тәьҫорат алып, «Аҡыллы ҡала» форумында ҡатнашыу онотолмаҫ иҫтәлек булыуын билдәләне. Йәштәр өсөн ул тәжрибә булһа, өлкәндәр рухи көс тупланы.
Башҡортостанда үткән «Аҡыллы ҡала» форумында транспорт һәм төҙөлөш тармаҡтарында, ҡалаларҙың инфраструктураһын һанлаштырыу йүнәлешендә иң ҡыҙыҡлы проекттар иғтибарға алынды. Заманса тәҡдимдәрҙең күбеһе киләсәктә ҙур һәм бәләкәй ҡалаларҙа тормошҡа ашырылыр тип көтөлә.
«Аҡыллы ҡала « форумы Башҡортостанда беренсе тапҡыр үтте һәм ойоштороу кимәле буйынса сара юғары баһаланды. Ҡалаларҙы һанлаштырыуға бағышланған Халыҡ-ара ваҡиғала илдең алдынғы проекттары презентацияланды.
Флорида Ким