Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бында трассаның 13 километрлыҡ арауығы ремонтлана. Эштәр башланған да инде. Ведомство етәксеһе Александр Клебанов белдереүенсә, был юл күптәр өсөн мөһим. Ул Павловка һыуһаҡлағысына алып бара. Юлда ремонт хәүефһеҙлек өсөн кәрәк. Эштәрҙе йыл аҙағына тиклем тамамлау маҡсаты ҡуйылған.