Ирекмәндәр янғын һүндереү техникаһы алды

Асҡын, Ҡариҙел һәм Ҡалтасы райондарының ирекле янғын һүндереү командаларына республикала етештерелгән мобиль ут һүндереү комплекстары тапшырылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан  хәбәр итеүҙәренсә, ауыл биләмәләрендә  янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса  эш алып барыла. 5 йыл эсендә ирекле янғын һүндереүселәр өсөн  200-гә  яҡын мобиль комплекс алынған.