Радий Хәбиров эш сәфәре менән Донбассҡа барҙы

Беҙҙең эштең төп өҫтөнлөгө - махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеү. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Донбассҡа эш сәфәре барышында белдерҙе. Төбәк етәксеһе Миңлеғәле Шайморатов исемендәге батальон яугирҙәре менән осрашты. Ул подразделение командованиеһы һәм шәхси составы менән аралашты, яугирҙарҙың үтенестәрен тыңланы һәм уларға Дәүләт наградаларын тапшырҙы. Республика хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам күрһәтеүен дауам итәсәк, тип билдәләне төбәк етәксеһе.