«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы хәрбиҙәренә әҙерлек үткәндә ваҡыт төшөнсәһе юҡ. Ҡараңғыла яҡтыртыусы пулялар атыла. Төнгө атыштарҙы БЮТ ижади төркөмө тәүгеләрҙән булып күрҙе. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Рация аша бәйләнештә гранатаметчиктарһәм уҡсылар. Уларға дошман техникаһы һәм көстәре урынлашҡан урындың координаттары бирелә. Бер нисә секундтан утлы атыш башлана. Батальон менән «Сибирь» ҡушаматлы яугир идара итә. «Башҡортостан» полкына түҙемле һөм көслө ир-егеттәр йыйылған, тип билдәләй ул.
Инструкторҙар әйтеүенсә , махсус хәрби операция биләмәһендә яҡтыртыусы пулялар менән ҡуллана һалып бармайҙар. Ләкин улар менән төнгө күнекмәләрҙә алыштың өҫтөнлөгө байтаҡ. Уҡсылар пуляларҙың ҡайҙа осҡанын аныҡ билдәләй ала, был корректировкалар яһарға мөмкинлек бирә. Күпселек осраҡта патрондар ғәҙәти пулялар менән сиратлана.
Хәрбиҙәр ҡаршы килеүсе танктарҙы ла шартлатырға өйрәнә. Макет булараҡ иҫке һәм сафтан сыҡҡан техника ҡулланыла. Ир-егеттәр билдәлүенсә, был күнекмә ярҙамында холоҡ формалаша, бронялы хәрби машиналарҙы юҡ итеү ысулдары һәм алымдары нығытыла.
Күнекмәләрҙе тейешле кимәлдә үткәреү, сәптәргә теүәл эләгеү оҫталығын камиллаштырыу өсөн көс кенә түгел сығымдар ҙа һалына. Хәрбиҙәрҙең һәр береһе көн һайын биш йөҙҙән алып һигеҙ йөҙгә тиклем патрон тотона. Хәрби әҙерлек юғары кимәлдә ойошторолғаны өсөн ир-егеттәр республика етәкселегенә рәхмәтле.
Алыҫтағы яҡты нөктәләр - дошман көстәре. Уларға теүәл эләгеү өсөн тепловизор һәм төндә күреү приборҙары булышлыҡ итә. Ҡоролмалар яу ялананда иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе һанала.
Әлфинә Килдейәрова