Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты сираттағы лейтенаттар сығарҙы

Дәртле көйҙәр урынына гимн, ә бейеүҙе сафҡа теҙелеп атлау һәм парад алмаштырҙы. Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты сираттағы лейтенаттар сығарҙы. Диплом тапшырыу тантанаһы баш ҡаланың Совет майҙанында, Шайморатов һәйкәле янында үтте.

Башҡа уҡыу йорттарынан айырмалы бер ниндәй күңел асыу ҙа юҡ, концерт та, артистар сығышы ла. Ләкин шул тиклем сағыу, тантаналы һәм тулҡынландырғыс.

Майҙанға килгән һәр кем был күренешкә ҡарап ғорурлыҡ һәм илһөйәрлек тойғолары кисерә. Кисәге курсант , ә бөгөнгө лейтенаттарҙың үҙҙәре өсөн тантана бигерәк тә хисле.

Улар биш йыл буйы институт стеналарында һынау тотҡан, ә хәҙер йәш белгестәрҙе һөнәр үҙе һынаясаҡ. Уҡыу йорто етәкселеге лейтенаттарҙың бер ҡаршылыҡ алдында ла юғалып ҡалмауын һәм погондарҙа йондоҙҙарҙың тағы ла күберәк емелдәүенә ышаныс белдерҙе.

Һәр аҙым үлсәнгән һәм етдилек менән яһала. Шайморатов һәйкәленә сәскә һалыу , майҙанға сығып уҡытыусылар ҡулынан диплом алыу ҙа юғары теүәллек өлгөһө. Уҡыу йортонда алған тәрбиә карьера баҫҡысында ла, тормошта ла маршта атлаған кеүек үк кәрәк буласаҡ, ти буласаҡ полиция хеҙмәткәрҙәре. Һәр хәлдә күккә сөйөлгән тәңкәләр был ниәттәрҙе тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк, тип ышана улар.

Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институтын быйыл 137 курсант тамамланы. Шуларҙың һигеҙе уҡыу йортон ҡыҙыл диплом алып сыға. Иртәгә уларҙың барыһы ла ил, йәмғиәт хәүефһеҙлеге һәм хоҡуҡ һағына баҫа. Күңелле саҡты ҡырыҫ эш көндәре алмаштырасаҡ. Әйткәндәй, етди һөнәр эйәләре булһа ла улар ҙа концерт күрһәтә, йырлай һәм бейей белә. Тик лейтенанттар көйөнә генә.

Айнур Кәбиров