Ауырғазы районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға мемориаль комплекс асылды

«Атайсал» проекты сиктәрендә Ауырғазы районы Кесе Нуғаҙаҡ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға мемориаль комплекс асылды.

Мәрмәр плиталарҙа дошман менән аяуһыҙ алышта башын һалғандар һәм тыуған яғына иҫән ҡайтҡан яугирҙарҙың исемдәре яҙылған. Һәйкәл ҡуйыу башланғысын «Салауат» крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Василий Федоров тормошҡа ашырған. Быға тиклем ул Сыуаш һәм Татар Нуғаҙаҡ ауылдарында ла обелискты яңыртыуҙы финанслаған. 1976 йылғы мемориаль комплексты ҙур архитектур ҡоролма алмаштыра.