Берләшкән ғәрәп әмирлектәре вәкилдәре башҡорт аты менән ҡыҙыҡһына

Бөгөн сит ил ҡунаҡтары «Аҡбуҙат» ипподромында үткән «Терра Башкирия» фестивалендә ҡатнашты. Ғәрәптәргә башҡорт аттары сабышы һәм милли мәҙәниәт өлгөләре күрһәтелде. Делегация Өфөгә «Башҡорт аты» фестиваленә саҡырылғайны. Әммә «Ғәрәп сабыш аттары» ассоциацияһы президентының ул ваҡытта Башҡортостанға килә алмауы сәбәпле ике аҙнаға иртәрәк килергә ҡарар иткәндәр.

Башҡортостанға эш сәфәре башында сит ил ҡунаҡтары Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фазразманов менән осрашты. Унда һүҙ яҡтар араһындағы хеҙмәтәшлекте нығытыу тураһында барҙы.