Благовещен районы Бедеева Поляна ауылында йәшәүселәр үҙ көсө менән ауыл байрамын үткәрҙе

Күңелле сара төрлө ял төрҙәренә бай булды. Ат сабыштары, уйындар, концерт номерҙары - байрам һабантуйҙы хәтерләтте. Әммә ауыл байрамында үҙенсәлекле күренештәр ҙә булды. Рәзилә Ғиниәтуллина дауам итә.

Алексей Миндияровты ысын аттар фанаты тип атарға мөмкин. 5 йәштән үк теҙген тартҡан ир англия тоҡомло аттарҙы үрсетә. Оҙон ботло, көслө, йылғыр малдарҙы махсус сабыштар өсөн әҙерләй. Ярышта уның улы ла ҡатнаша.

Сабыштың иң йәш һыбайлыһы - 12 йәшлек Настя. Дүрт тояҡлы юлдашы менән ул бер йәштә. Ҡыҙҙың атаһы ат фермаһы тота, шуға ла ҡыҙ эйәргә кескәй сағында уҡ ултыра. Уның өсөн был беренсе сабыш.

Байкерҙар сығышы сараның иң сағыу өлөшөнә әүерелде. Уларҙан сәхнәләге мәҙәни коллективтар ҡалышманы.

Ауыл халҡы менән йәмле. Бедеева Полянаның иң өлкән вәкиле - 94 йәшлек Валентина Неронова сәхнә түрендә. Уның хәтирәләре буйынса ауыл тарихын тергеҙергә була. Аслыҡ, яланғаслыҡ михнәттәрен, колхоз заманын кисергән. Бөгөн ауыл күпкә йәмләнде, ти пенсионер ханым. Уны тик ауыл еренән йәштәрҙең күсенеүе борсой.

Оҫта ҡулдар майҙансығы, балалар өсөн күңелле уйындар - байрам программаһы киң ине. Ә спорт һөйөүселәрҙе футбол буйынса турнир берләштерҙе. Бедеева Поляна ауылында был спорт төрөн үҙ итеүеселәр күп. Быйыл рәсми рәүештә команда төҙөп, ярыштарҙа ҡатнашалар. Сәләмәт тормошҡа йәштәрҙе лә йәлеп итәләр.

Икенсе йылға Бедеева Поляна ауылына нигеҙ һалыуға150 йыл тула. Урындағы халыҡ юбилей датаһын быйылғынан да күләмлерәк, сағыуыраҡ билдәләргә ниәтләй.

Рәзилә Ғиниәтуллина