Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтеүен дауам итә

Аҡ халат урынына бронялы жилет, ә елкәләге фонедскопты Калашников автоматы алмаштыра. «Башҡортостан» ирекле полкына ҡараған Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үтеүен дауам итә. Улар тактик медицина һәм ҡатмарлы шарттарҙа беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнә. Яугир-табиптарҙың күнекмәләрен БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова күҙәтте.

Яһалма йәрәхәттәр комплекты. Инструкторҙар уларҙы шартлы рәүештә зыян күреүселәргә бәйләй. Медицина хеҙмәткәрҙәре яраларҙы табып локалләштерергә һәм беренсе ярҙам күрһәтергә тейеш. Күнекмә яңылыш һалынған жгут һәм повязкалар менән ҡатмарлаштырыла.

Медицина ротаһы табиптары һәм санитарҙары «ҡыҙыл зона», йәғни дошман уты аҫтында беренсе ярҙам күрһәтеү урынында күнекмәләр үтә. Шартлы «яралылар « арҡан ярҙамында «ут» аҫтынан тартып сығарыла һәм «һары зона»ға күсерелә. Шул уҡ ваҡытта иғтибарлы булырға, дошман көстәре яҡында икәнлеген онотмаҫҡа кәрәк. Тап «Һары зона»ла зыян күргән яугир ентекле тикшерелә, яра кимәленә ҡарап эвакуациялана.

Госпиталдә хәрбиҙәрҙең хәле тураһында мәғлүмәт йыйылып, артабан ебәрелә. Кәрәк булған осраҡта яугир икенсе медицина учреждениеһына күсерелә.

Бер айҙан ашыу табиптар, шәфҡәт туташтары һәм санитарҙар Һамар өлкәһендә тактик медицина ҡағиҙәләренә өйрәнә. Ябай булмаған шарттарҙа юғалып ҡалмаҫҡа ла кәрәк.

Дауахана кабинетын яу яланына алмаштырған табиптар араһында ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күп. Фельдшер булып эшләүсе «Луна» ҡушаматлы яугир быға тиклем Башҡортостан табиптары төркөмө менән Красный Луч ҡалаһында командировкала булып ҡайта. Унда аҡ халатлылар тиҫтәләрсә йыл медицина хеҙмәтен күрмәгән халыҡты дауалағайны.

Шулай ҙа Әхмәт Дәүләтов исемендәге медицина ротаһы хәрбиҙәренә ысын мәғәнәһендә ярҙам итергә лә тура килә. Һүҙ полигонда алған бәләкәй йәрәхәттәр тураһында.

Медицина ротаһы яугирҙары әҙерлек үткәндән һуң мотоуҡсылар полкы һәм ирекле батальондар составында махсус хәрби операция биләмәһенә юлланасаҡ.

Әлфинә Килдейәрова