Башҡортостанда Төбәк-ара этнохудожество симпозиумы тамамланды

Бөрйән районында Рәсәй рәссамдары ҡатнашлығында ул аҙна дауамында барҙы. Ҡыл ҡәләм оҫталары Башҡортостан тәбиғәтенән илһам алып эшләгән художество әҫәрҙәрен күргәҙмәгә лә сығарҙы. Экспозиция тотош Рәсәй халыҡтарының тарихы, эпос-риүәйәттәрен үҙ эсенә алды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Бөрйән районының хозур тәбиғәтенән илһам алған рәссамдар картиналарын тәүлек әйләнәһенә тиерлек яҙҙы. «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексында тормошҡа ашырылған сара аҙна дауамында барҙы. Тәбиғәт һәйкәлдәре, тарихи ваҡиғалар, эпос-риүәйәт геройҙарының һәммәһе лә профессиональ рәссамдарҙың эштәрендә сағылыш тапҡан. Сулпан Билалованың «Тау һаҡсыһы» тип исемләнгән картинаһы мәҫәлән, Ишембай районы шихандарына нигеҙләнгән.

Ошондай уҡ милли үҙенсәлектәрҙе яҡут, бүрәт халҡында ла тап итергә мөмкин. Улар ҙа риүәйәттәрҙә һөйләнгән, тарихи йырҙарҙа башҡарылған үҙ геройҙарын картиналарҙа сағылдырырға тырышҡан. Һәр төҫ, орнамент аша халыҡсан үҙенсәлек күҙ алдына баҫтырыла. Был башҡорт рәссамдарына ла хас. Бигерәк тә, заманында быуындан-быуынға тапшырыла килгән тирмә төндөгө композицияларҙа төп урынды биләй.

Төп эшкә тотонор алдынан рәссамдар Турахан кәшәнәһенә, «Торатау» геопаркына һәм «Шүлгәнташ» мәмерйәһенә сәфәр ойошторолдо. Сәйәхәт барышынан улар буласаҡ әҫәрҙәренең образын эҙләп, эскиздарға төшөрҙө.

Әлбиттә, Рәсәй ҡыл ҡәләм оҫталарын бергә йыйған этнохудожество симпозиумын тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны тип тә атарға мөмкин. Ижадсылар эштәре, һәләте, еңеүҙәре менән уртаҡлашты.

Азат Ғәлиуллин