Башҡортостанда яңы ирекле батальон төҙөлә

Хәрби подразделение Әлшәй районынан Рәсәй Геройы Алмас Сафин исемен йөрөтәсәк. Был турала Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда исемле батальондар туплау тамамланғайны. Ләкин Башҡортостан полкын тулыландырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итеүселәр күп. Күптән түгел генә төбәк етәксеһенә Әлшәй районының Хәрби туғанлыҡ ойошмаһы ағзалары тағы ла ирекле батальон төҙөүҙе һораған.