Тәтешле районынында «Атайсал» проекты сиктәрендә балалар араһында футбол уйындары үтте

Тәтешле районының Үрге Ҡоҙаш ауылында «Атайсал» проекты сиктәрендә балалар араһында футбол уйындары үтте. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев менән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова призына Әрибаш, Үрге Ҡоҙаш ауылдары һәм «Йәш шайморатовсылар» йыйылма командалары көс һынашты.

Балалар футбол уйнаған арала өлкәндәр волейболда көс һынашты. Ә иң кескәйҙәр төрлө милли спорт уйындарында күңел асты. « Салауат вариҫтары» турнирында легендар комдив исемен йөрөтөүселәр еңде. «Йәш шайморатовсылар»ға күсмә кубок тапшырылды.