Башҡортостанда Алмас Сафин исемендәге ирекле батальон төҙөлә

Башҡортостанда яңы ирекле батальон төҙөлә. Хәрби подразделение Әлшәй районынан Рәсәй Геройы Алмас Сафин исемен йөрөтәсәк. Был турала Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Республика етәксеһе әйтеүенсә, Башҡортостанда исемле батальондар туплау тамамланғайны. Ләкин Башҡортостан полкын тулыландырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итеүселәр күп. Яңыраҡ ҡына төбәк етәксеһенә Әлшәй районының Хәрби туғанлыҡ ойошмаһы ағзалары тағы ла ирекле батальон төҙөүҙе һораған. Был турала ентекләберәк Айнур Кәбиров яҙмаһында.

Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеү - беҙҙең эштең төп өҫтөнлөгө. Радий Хәбиров был һүҙҙәрен шәхсән иҫбатлай. Үткән аҙна аҙағында төбәк етәксеһе Донбассҡа барып Башҡортостан егеттәре менән осрашты. Батальон командирҙары һәм шәхси состав менән аралашты, яугирҙарҙың үтенестәрен тыңланы һәм уларға Дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Башҡортостанда хәрби туғанлыҡ көслө, тине төбәк башлығы. Яҡташтары янына ярҙамға ҡыҙыу нөктәләргә барырға теләүселәр ҙә байтаҡ. Исемле батальондар туплау тамамланһа ла әле һаманғаса теләк белдереүселәр кәмемәй. Хәрби тәжрибәһе булғандар иһә тағы ла ирекле подразделениелар тупларғә тәҡдим итә. Радий Хәбиров бындай башланғыстарға төрлө яҡлап та ярҙам күрһәтәсәген белдерҙе.

Радий Хәбиров яугирҙарҙың туғандары һәм яҡындарын да онотмаҫҡа ҡушты. Улар үҙҙәрен бер нисек яңғыҙ тойорға тейеш түгел, тине ул. Бигерәк тә балалар. Республика етәксеһе урындағы етәкселәргә яугирҙарҙың беренсе синыфҡа барасаҡ балаларына ярҙам итергә ҡушты.

Радий Хәбиров иһә махсус хәрби операцияға үҙе теләп киткән Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫарының ҡыҙын беренсе класҡа оҙатып барырға тәҡдим иткән. Әле Донбас ерендә хеҙмәт иткән Азат Бадранов был ваҡытҡа ҡайта алмай. Ә баланың тормошонда иҫтәлекле һәм тулҡынландырғыс мәлдә янында терәк тойоуы мөһим, тине Радий Хәбиров.

Айнур Кәбиров