Башҡортостанда ҡатмарлы медицина ҡоролмаһында тикшереү үтеүҙе көтөү ваҡыты ҡыҫҡарған

Был турала республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин аҙналыҡ оперативкала белдерҙе. Барлығы төбәктең медицина учреждениеларында ошондай 934 аппарат иҫәпләнә. Уларға сиратты кәметеү маҡсатында республиканың медицина мәғлүмәт-аналитика үҙәгенә дөйөм мәғлүмәт бирелә. Һуңынан иһә пациенттарҙы оҙаҡ көттөрмәҫ өсөн башҡа ерҙә буш торған ҡорамалдарҙа тикшереү үтергә ебәрәләр.

Радий Хәбиров ҡатмарлы медицина аппаратураһының буш тормауына юл ҡуймаҫҡа ҡушты. Сөнки контроль идаралыҡ тикшереүе буйынса ҡайһы бер һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында ҡорамалдарҙың эшләмәй тороуы асыҡланған. Республика башлығы был хәлде тиҙ арала көйләргә ҡушты. Сөнки эшләмәгән аппарат кемдеңдер ғүмере өҙөлөүенө килтереүе ихтимал.