Өфөлә Шаҡша күпере өлөшләтә ремонтҡа ябылды

Баш ҡалаға инеү йүнәлешендәге дүрт һыҙаттың икәүһе транспорт хәрәкәте өсөн сикләнә. Ремонт осоронда 3,5 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы йөк машиналарының күпер аша үтеүе ике йүнәлешкә лә туҡтатыла. Йәмәғәт транспорты схемаһы үҙгәрмәй. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким репортажында.

Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендәге дүрт һыҙатлы күперҙең бер өлөшөн ремонтҡа бикләү - көн талабы. Ҡырҡ йылдан ашыу хеҙмәт иткән объект күптән реконструкцияға мохтаж, сөнки ул хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә яуап бирмәй. Эшселәр юлды блоктар менән кәртәләп, күләмле ремонтҡа әҙерләнә башланы.

Ҡала хеҙмәттәре халыҡтан индерелгән сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙе һорай һәм күпер буйлап өлөшләтә хәрәкәт туҡтауын иҫәпкә алырға кәңәш итә. Ремонт ваҡытына йөк автомобилдәренең күпер аша үтеүе ике йүнәлешкә лә тулыһынса сикләнә.

Килешеү буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре 2025 йылдың февралендә тамамланыр тип көтөлә. Ремонттан һуң һуң күперҙе 50 йылға тиклем файҙаланып буласаҡ. «Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар» милли проекты буйынса иҫке күпер заманса транспорт объектына әйләнәсәк.

Флорида Ким