Өфөлә Йәйге сурдлимпия уйындарын рәсми ябыу тантанаһы үтте

«Беҙ бергә.Спорт» тип аталған күләмле турнир донъяның 30 иленән һаңғырау һәм насар ишетеүсе спортсыларҙы йыйҙы. Сурдалимпия уйындарын ябыу тантанаһынан БЮТ хәбәрсеһе Лилиә Мәҡсүтова әҙерләгән репортаж.

Еңеүселәргә наградалар тапшырылған, бөгөн сурдлимпия уйындарын ябыу тантанаһында ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны. Төрлө илдәрҙән йыйылған ирекмәндәр, тәржемәселәр һәм көйәрмәндәрҙе республика башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәйҙең Спорт Министры Урынбаҫары Одес Байсолтанов тәбрикләне.

Күләмле ярыштарҙы ябыу тантанаһында Глеб һәм Милана Рыбалкиндар ҙа ҡатнашты. 8 йәшлек Глеб Өфөлә йәшәй, игеҙәге һәм ата-әсәһе насар ишетеү сәбәпле, ул ым-ишара телен үҙләштергән. Республика башлығы ҡулынан Рыбалкиндар Спорт теләктәшлеге номинацияһы еңеүсеһе булараҡ бүләкләнде.

Самбо буйынса ярыштар республика спортсылары өсөн тарихта иң уңышлыһы булды. Бынан алда Сурдлимпия уйындарында Башҡортостан спортсылары 5 алтын миҙал яулаһа, үҙ ерендә юғары дәрәжәле наградалар ете комплектҡа етте, шулай уҡ өс көмөш миҙал яуланды. Дөйөм миҙалдар зачетында Рәсәй спорсыларына ҡыуып тиңләшеүселәр юҡ.

6 көмөш миҙал яуланым, тренерҙарым ҡәнәғәт, әммә үҙем алтын яуларға теләнем, шуға бер аҙ күңелһеҙ. Киләсәктә үҫергә, яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә ирешергә теләйем. Уйындар юғары кимәлдә үтте, барыһы өсөн дә рәхмәт.

Мартин Фомин, Рәсәй спортсыһы

Спорт төрлө милләт, төрлө быуын вәкилдәрен берләштереүсе ғәйрәтле көс, ул сәйәсәттән йыраҡ тора. Ҡитғаларҙы, алыҫ араларҙы яҡынайтыусы, еңеүгә ынтылыусы кешеләрҙе бер майҙанға йыйыусы спорт уйындары үҙ моратына иреште. Алдынғылар наградалар, башҡа ҡатнашыусылар яҡшы тәьҫорат, тәжрибә менән тыуған яҡтарына таралыша.

Рәсәй һәм Башҡортостан спорты тарихында Йәйге сурдлимпия уйындары сағыу эҙ ҡалдырған ваҡиға. Ошо осорҙа Башҡортостанға донъяның 30 иленән мең ярым спортсы йыйылды. Тап Өфө спорт майҙандарында 4 донъя рекорды ҡуйылды. Уйындарҙың рәсми өлөшө тамамланыуға ҡарамаҫтан, ярыштар 2 авгусҡа тиклем дауам итә.

Лилиә Мәҡсүтова,