Йәмәғәтселек яҡташыбыҙ, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллинды иҫкә ала

Бөгөн уның тыуыуына 75 йыл. Шағир 2020 йылдың 27 мартында арабыҙҙан китте. “Роберт Миңнуллин үткер ҡәләмле ижадсы, дуҫлыҡ илсеһе булды”, - ти Башҡортостандың халыҡ артисы Фәнүнә Сиражетдинова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Роберт Миңнуллин “Йәш ленинсы” газетаһында, “Ҡазан уттары” журналында, Татарстан телевидениеһында эшләй. 2000 йылда Татарстан Дәүләт Советы рәйесе урынбаҫары, ә 2004 йылда уның рәйесе вазифаларын башҡара. 2009 йылда Дәүләт Советы депутаты итеп һайлана. Ул 40-ҡа яҡын китап авторы. Күп шиғырҙарына йырҙар ижад ителгән.