Бөгөн иртән Дүртөйлө районында мышы ҡатнашлығында авария теркәлгән. «Лада Калина» автомобиле юлдан төшөп ағасҡа бәрелгән. Авария иртәнге сәғәт 7-се яртыла Дүртөйлө - Нефтекама трассаһының 16-сы саҡрымында булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, машина водителенең ашығыс ярҙам килгәнсе ғүмере өҙөлгән. Хайуан да үлгән. Урында Дәүләт автоинспекцияһы һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.