Алыпһатарҙар Рәсәйгә күпләп техника индерә. Бындай машиналар йыш ҡына сервис хеҙмәтләндереүе һәм хатта, алмаш өлөштәрһеҙ ҡала. Уларҙың эшмәкәрлегенән рәсми дилерҙар зыян күрә. Утилләштереүгә йыйымдар тәү сиратта авто алыпһатарҙарҙың кеҫәһенә һуға. Транспортты Рәсәй биләмәһендә һатыу өсөн алыусылар ойошма менән тиңләнә. Үҙ ихтыяжы өсөн генә машина ҡыуып алып ҡайтыусылар был йыйымды ташламалы хаҡ менән түләйәсәк.