Өфөлә тауыш биреү өсөн йәмәғәт күҙәтеүен ойоштороу буйынса йәмәғәт штабының ултырышы үтте

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға һайлау иғтибар үҙәгендә. Өфөлә тауыш биреү өсөн йәмәғәт күҙәтеүен ойоштороу буйынса йәмәғәт штабының сираттағы ултырышы үтте. Белгестәр һайлау кампанияларын анализланы, сәйәси партияларҙың һайлау алды программалары һәм күҙәтеүселәрҙе әҙерләү тураһында фекер алышты.

Ултырышта онлайн тәртиптә «Бойондороҡһоҙ йәмәғәт мониторингы» коммерция булмаған ойошмалар берлеге рәйесе Александр Брод ҡатнашты. Тауыш биреүгә барлығы 3 меңдән ашыу участка һайлау комиссиялары, 69 территориаль һайлау комиссияһы булдырыла. Йәмәғәт күҙәтеүселәрен әҙерләү маҡсатында штаб ағзалары район-ҡалаларҙа күсмә семинарҙар уҙғара. Һайлауҙа 6 мең ярымдан ашыу кеше күҙәтеүсе булырға теләк белдергән. Уларға һәм күҙәтеүсе блогерҙар өсөн айырым уҡыуҙар ойошторолған.