Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров бында капиталь төҙөкләндереү барышы менән танышты. Быйыл яҙ гидротехник ҡоролмала етешһеҙлектәр асыҡланған, ошонан һуң ремонт башланған. Радий Хәбиров шулай ҡала үҙәгендә төҙөкләндереү барышын ҡараны. Элекке баҡыр иретеү заводы янындағы биләмә тәртипкә килтерелгән.