Бөгөн донъяла почта йәшниге көнө билдәләнә

Мәғлүмәт технологиялары һәм интернет үҫешеүгә ҡарамаҫтан республика халҡы һәм предприятиелар ҡағыҙ хаттар менән әүҙем ҡуллана. Көн һайын республика почта йәшниктәренән сорттарға бүлеү өсөн 35 меңдән ашыу хат алына. Ай һайын 1 миллиондан ашыу хат оҙатыла. Уларҙың дөйөм ауырлығы 20 тоннанан аша, тип белдерәләр Рәсәй почтаһы хеҙмәтенең Башҡортостан бүлексәһенән. Почта йәшнигенең тарихы 5 быуаттан уҙып китә. Рәсәйҙә тәүге урам йәшниге Санкт-Петербургта 1848 йылда урынлаштырыла.