Бөгөн илдә десантсылар байрам итә

Өфөлә Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө уңайынан тантаналар бер нисә урында уҙа. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Еңеү паркы һәм Затонда “Тулҡын” паркында һәйкәлдәргә сәскә һалына. Төп саралар “Патриот” хәрби-патриот үҙәгендә була. Унда “Геройҙар уҙышы” үтә, интерактив күргәҙмә майҙансыҡтары  эшләй, “Первушин” һәм Республика парашют спорты вәкилдәре сығыш яһай, концерт ойошторола.