«Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә Башҡортостанда 115 мең кеше медицина тикшереүе үткән. Уның һөҙөмтәләре буйынса социаль әһәмиәтле 17 меңдән ашыу сирле асыҡланған. Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, яман шеш һәм шәкәр диабеты, туберкулез булыу ихтималлығы юғары булған граждандар өҫтәмә тикшереү үтеүгә йүнәлтмә алған.
Күсмә мобиль комплекстар график буйынса алты районда үҙ эшен дауам итә. Мәләүез районы Воскресенское ауылында ла халыҡты ҡабул итеү ике көн барҙы. мөрәжәғәт итеүселәргә төрлө йүнәлештәрге белгестәр консультация биреп, беренсел медицина ярҙамы күрһәтте.
Акция сиктәрендә барлыҡ консультациялар, анализдар һәм процедуралар бушлай. Алдан яҙылыу талап ителмәй. Билдәле булыуынса, Воскресенское ауылында ике меңгә яҡын кеше йәшәй. Заманса техника менән йыһазландырылған күсмә мобиль комплекста тикшереү үтергә теләүселәр күп булған.