Республика етәксеһе кинематография өлкәһендәге проекттар өсөн гранттар конкурсы хаҡында иғлан итте

Радий Хәбиров социаль селтәрҙә кинематография өлкәһендәге гранттарға махсус конкурс тураһында яҙып сыҡты. Ул бөгөн башлана. Маҡсат - кино төшөрөү менән шөғөлләнгән коммерция булмаған ойошмаларға ярҙам итеү. Радий Хәбиров яҙмаһында төрлө жанрҙарҙағы сағыу башҡорт фильмдары күберәк булһын ине тигән ышаныс белдерә. Грант күләме 15 миллион һум. Ғаризалар грантыглавы102 нөктә рф сайтында 1 сентябргә тиклем туплана. Конкурс һөҙөмтәләре декабрҙә иғлан ителә.