Башҡортостан Хөкүмәтендә МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды

Башҡортостан Хөкүмәтендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре ҡаралды. Ведомство-ара комиссия ултырышында төп иғтибар «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә йүнәлтелде.

31 майҙа асылған фондтың маҡсаты махсус хәрби операция ветерандарына юридик, психологик, медицина ярҙамын күрһәтеү. Һәр ғаиләгә социаль координатор булышлыҡ итә. Бөгөнгә ултырышта «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды дәүләт органдары һәм йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Берҙәм стандарт буйынса тәҡдим ителгән барлыҡ саралар ҙа планға индерелгәйне, бөгөн формаль рәүештә беҙҙең планға индерелмәгән, әммә ғәмәлдә бойомға ашырылыусы йүнәлештәр тураһында һөйләштек. Социаль ярҙам алыуға ҡағылышлы һорауҙарҙы беҙ тиҙ арала хәл итергә бурыслы. Шулай уҡ өҫтәмә ярҙам сараларын индереү тураһында ла фекер алыштыҡ.

Лира Иғтисамова, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары - Финанс министры