Бөрйән районында йәйге химия мәктәбе эшләй

Бер йыллыҡ химия курсын бер аҙна эсендә үҙләштереп. Бөрйән районында тормошҡа ашырылған интенсив программа шулай уҡ төрлө олимпиадаларҙа ҡатнашыу хоҡуғын да бирә. Мәктәп уҡыусылары теүәл фәнде үҙләштереп кенә ҡалмай, тәбиғәт буйлап экскурсияларға ла сыға. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ацетон алына, углерод һәм водород табыла, галоген билдәләнеп, метан сығарыла. Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы мәктәбендә йәйге смена тап ошо рәүешле үтә. Аҙна дауамында уҡыусылар химияның теүәл бер йыллыҡ курсын үҙләштерә. Шуға ла малай-ҡыҙҙар сменаға эләгергә атлығып тора. Белемдәрен камиллаштырырға теләп икенсе-өсөнсө тапҡыр килеүселәр ҙә бар.

Йәйге сменала тотош республика балалары ҡатнаша. Улар ете көн дауамында лагерҙа интенсив программа үтеп, республика, Рәсәй генә түгел, хатта, донъя олимпиадаларына әҙерләнә. Мәктәп уҡыусылары остаздары ярҙамында теориялар үҙләштерә, ҡатмарлы мәсьәләләр сисергә өйрәнә. Шулай уҡ урында лаборатор һынауҙарҙа ла ҡатнаша. Улар араһында донъя сәнәғәтенә торошло булғандары ла бар.

Әйткәндәй, яңыраҡ Швейцарияла 55-се Халыҡ-ара химия олимпиадаһында алтын миҙал яулаған Вадим Харисовты миҫалға килтереү ҙә етә. Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы Олимпиада хәрәкәтенең остаздар ассоциацияһы тәрбиәләнеүсеһе лә булып тора. Яҡташыбыҙ донъяның 90 иле араһынан еңеү яулай. Ә иһә уңыш сере Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллинаға бәйле. Тап уның уҡыу-уҡытыу методикаһы нигеҙендә бөгөн бик күп уҡыусылар төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһай.

Күптән түгел, Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла ошондай уҡ смена булдырыла. Интенсив программа сиктәрендә уҡыусыларға сәнәғәт предприятиеһына, Ишембай районы шихандарына сәфәр ойошторола. Бындай платформала уҡыусылар дистацион нигеҙҙә олимпиадаларға әҙерләнә, еңеүҙәр яулай.

Азат Ғәлиуллин