Радий Хәбиров эш сәфәре менән Благовещенда булды

Киләһе йылға «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса биләмәләрҙе тәртипкә килтереү өсөн финанслау арттырыласаҡ. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен ҡалаһына эш сәфәрендә хәбәр итте. Төбәк етәксеһе урындағы быуалағы гидротехник ҡоролманы төҙөкләндерелеүе, икмәк бешереү предприятиеһы һәм Кванториум балалар технопаркы эшмәкәрлеге менән танышты. Республика башлығы Благовещенда төҙөләсәк тәүге күмәртә үҙәгенә таш һалыу тантанаһында ҡатнашты. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Мейестән яңы ғына бешеп сыҡҡан икмәктәрҙең еҫе шунда уҡ цех майҙанына тарала. «Благовещен икмәге» предприятиеһында етештерелгән продукция юғары сифатлы һанала һәм икмәк бешкәс тә кибеттәргә оҙатыла. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров предприятие эшмәкәрлеге менән танышты.

Икмәк бешереүгә 200-ләп хеҙмәткәр йәлеп ителә. Ҡеүәтле предприятиела улар өсөн дөйөм ятаҡ төҙөлгән. Цехты киңәйтеү менән бында тағы ла яңы эш урындары булдырыласаҡ. Йылдам иҡтисади үҫеш биләмәһе программаһы буйынса предприятиены киңәйтеү өсөн дәүләт субсидиялары бүленгән һәм һалымға ташламалар ҡаралған.

Благовещен ҡалаһына эш сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Социалистик урамындағы төҙөкләндереүҙе иғтибарға алды. «Башҡортостан ихаталары» программаһы буйынса күп фатирлы йорттар алдында асфальт яңыртылған, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйылған, балалар майҙансығы тулыһынса төҙөкләндерелгән.

Радий Хәбиров «Башҡортостан ихаталары» прогрммаһы төбәктә уңышлы тормошҡа ашырылған һәм халыҡ араһында ҙур һорау менән файҙаланған проекттарҙың береһе тип билдәләне. Ихаталарҙы тәртипкә килтереү өсөн финанслауҙы тағы ла арттырыу маҡсаты ҡуйылды.

Радий Хәбиров ҡала үҙәгендәге быуалағы гидротехник ҡоролманы төҙөкләндереү менән танышты. Апрелдә төп һыу ағыҙыу ҡоролмаһы емерелеү сәбәпле, бында капиталь ремонт талап ителгән. Мәсьәләне хәл итеү өсөн республика бюджетынан ярҙам саралары бүленгән һәм октябрь аҙағына тиклем гидротехник ҡоролма тәртипкә килтереләсәк тип көтөлә.

Благовещенда балаларҙың белемен камиллаштырыу, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү өсөн Кванториум технопаркы эшләй. Бында малай-ҡыҙҙар ноутбук, 3д-принтер һәм лаборатория ярҙамында үҙҙәренең ижади проекттарын тормошҡа ашыра.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктә төҙөләсәк күмәртә үҙәге бинаһына тәүге таш һалыу тантанаһында ҡатнашты.

6 млрд һумға иҫәпләнгән инвестиция проекты төбәктә мең кешене эш менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Яңы үҙәк 2025 йылда файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә.

Флорида Ким