Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Балговещен ҡалаһына эш сәфәре барышында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙың ғаиләһе менән осрашты. Миңләғәле Шайморатов исемендәге ирекле батальон сафында хеҙмәт итеүсе хәрби бер йыл самаһы элек махсус операцияға юлланған, отпускта булып киткән. Төбәк етәксеһе күптән түгел Донбасста Ватан һаҡсылары менән осрашҡанда, яугирҙың сәләмен ғаиләһенә еткерергә вәғәҙә биргән булған.